«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Милли проектҡа ярашлы төпкөл ауыл мәктәптәре һәм ФАП-тарына интернет үтәсәк!



21.10.2019 Милли проектҡа ярашлы төпкөл ауыл мәктәптәре һәм ФАП-тарына интернет үтәсәк!

Башҡортостандың алыҫта урынлашҡан ауылдарында мәктәптәргә һәм ФАП-тарға юғары тиҙлекле интернет үткәреү башланды.

Ул Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса әҙерләнгән «Рәсәй Федерацияһының һанлы иҡтисады» милли проектының «Мәғлүмәт инфраструктураһы» өлөшөнә ярашлы ғәмәлгә ашырасаҡ. Проект 100-ҙән алып меңгә тиклем кеше йәшәгән тораҡ пункттарҙа социаль әһәмиәтле объекттарҙа интернет үткәреүҙе күҙ уңында тота.

Бөгөнгә 50 социаль әһәмиәтле объект мәғлүмәт-технологик инфраструктура менән тәьмин ителгән. Улар араһында – мәктәптәр, ФАП-тар, полиция бүлексәләре, янғын частары, һайлау комиссиялары.

«Мәғлүмәт инфраструктураһы» программаһы ярҙамында алыҫта урынлашҡан күп кенә ауылдарға юғары тиҙлекле интернет килә. 2021 йылдың аҙағына тиклем ошо программа буйынса бөтәһе 2774 социаль объектҡа юғары тиҙлекле интернет үткәрелергә тейеш», — тип хәбәр итте БР Мәғлүмәтләштереү һәм «Асыҡ Республика» системаһының эш итеүе мәсьәләләре буйынса дәүләт комитетының матбуғат секретары Алевтина Дауытова.

«Мәғлүмәт инфраструктураһы» проекты сүсле-оптик элемтә линияһын төҙөүҙе, элемтә каналдарын үҫтереүҙе, социаль әһәмиәтле объекттарға интернет үткәреүҙе һәм объекттар эсендә ИКТ-инфраструктура булдырыуҙы күҙ уңында тота.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға