«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәш ҡыҙҙың ғүмере өҙөлгән...



21.10.2019 Йәш ҡыҙҙың ғүмере өҙөлгән...

Юғалғандан һуң бер тәүлек үткәс, Бөрө ҡалаһында 19 йәшлек ҡыҙ үле килеш табылған.


Медицина-фармацевтика колледжында белем алған Руфина Ғимазова ҡустыһы менән бергә Ҡариҙел районында аҫрауға алынып тәрбиәләнгән. Яңы ғаиләлә ата-әсә балаларҙы бик ныҡ яратҡан.


Әлегә билдәле булыуынса, 18 октябрҙә ғаиләлә кескәй ыҙғыш булған, шунан һуң ҡыҙ өйҙән сығып киткән дә, шылтыратыуҙарға яуап бирмәгән. Иптәштәре әйтеүенсә, ул һуңғы ваҡытта гел күңел төшөнкөлөгөнә бирелеп йәшәгән, депрессиянан ҡотолор өсөн Америкаға - Атлантик океан ярындағы ҡояшлы Майамиға барырға хыялланған...

Өйҙән көйөп сығып киткәндән һуң бер тәүлектән уны үле килеш тапҡандар. Мәйетенә осраҡлы үткенселәр юлыҡҡан.

Әлеге ваҡытта был фажиғә буйынса тикшереү бара. Ҡыҙҙың үлеме сәбәптәрен асыҡлар өсөн судмедэкспертиза тәғәйенләнгән. Үҙенә ҡул һалған, тигән фараз дөрөҫкә сыҡмаҡсы...





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға