«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Табиптар пациентты алты сәғәткә томографта онотҡан



20.10.2019 Табиптар пациентты алты сәғәткә томографта онотҡан

Болгария табиптары пенсионер ҡатынды томографта тикшереү үткәргән ваҡытта алты сәғәткә онотоп ҡалдырған.


70 йәшлек Асенка Христова медицина учреждениеһында юғала. Ҡыҙы алты сәғәт буйы дауахана буйлап әсәһен эҙләй. Төрлө фараздар була, берәүҙәр ҡатын медицина тикшереүе үтеүҙән ҡасып сығып киткәндер, тип фекер йөрөтә. Икенселәр, диагнозын ишетеп ҡурҡҡандыр, тип күҙаллай. Әммә уларҙы береһе лә дөрөҫкә сыҡмай, пациентты рентгенологтың ассистенты томографта бикләп ҡалдырған. Ҡатын алты сәғәттән ашыу аппаратта ятҡан. Ишек артында аяҡ тауыштары ишетелгәс, меҫкен ҡатын үҙенә иғтибарҙы йәлеп итеү өсөн ҡысҡыра башлаған. Медиктар әйтеүенсә, томограф һүнгән булғанлыҡтан, ҡатынға бер ниндәй ҙә зыян килмәгән.
Шулай ҙа туғандары судҡа мөрәжәғәт итергә уйлай, сөнки иғтибарһыҙлығы һәм кешене шундай хәлгә ҡалдырғаны өсөн дауахана хеҙмәткәренә штраф һәм шелтә генә янай.





Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Фото: Яндекс


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға