«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Юл фажиғәләре - 19 октябрь



20.10.2019 Юл фажиғәләре - 19 октябрь

Кисәге, 19 октябрҙә, республикала 12 автомобиль аварияһы теркәлеп, бер кешенең ғүмере өҙөлгән, 20 кеше йәрәхәттәр алған.

Бөгөн таңғы сәғәт бишенселә Ҡырмыҫҡалы районында, Өфө-Инйәр-Белорет автоюлының 37-се саҡрымында, әлегә билдәһеҙ водитель 25 йәшлек егетте тапатҡан. Егеткәй алған яраларҙан авария булған ерҙә йән биргән.

Водитель егетте тапатҡандан һуң ҡото осоп, ахыры, ҡасҡан. Әлеге ваҡытта уны эҙләү бара.

Дәүләт автоинспекцияһы аварияға шаһит булыусыларҙан ошо водитель тураһында мәғлүмәттәр көтә.

Учалыла кистән ямғыр яуып, таңға табан кинәт көн һыуытып, юлдар боҙ менән ҡапланғас, байтаҡ машиналар төкөштө. Ҡайһы берҙәре юлдан да осоп төштө (фото). Учалылар бер-береһен ташламай, юлдарҙа бер-беренә ярҙам ҡулы һуҙҙы.

Тәүлек эсендә 2200-ҙән ашыу юл ҡағиҙәләрен боҙоу теркәлеп, эскән килеш рулгә ултырған 59 водитель тотолған.





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға