«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәшәп тә өлгөрмәй, китеп бара...



20.10.2019 Йәшәп тә өлгөрмәй, китеп бара...

Кисә Советтар Союзының һәм Рәсәйҙең билдәле тенниссыһы Александр Волков 53 йәшендә генә вафат булған.
Быға тиклем ул Калининградта йәшәй ине. Үлеменең сәбәбе әлегә билдәһеҙ.
Халыҡ-ара спорт мастеры ҙур теннис турнирҙарында 1986 йылдан башлап сығыш яһай. Үҙенең спорт карьераһында шәхси беренселектә өс турнирҙа еңеүсе була. Шулай уҡ Рәсәй йыйылма командаһы составында Дэвис кубогының ике тапҡыр финалында уйнай.
Спорттан 1997 йылда китә. 2002 йылдан Рәсәй тенниссыларын шөғөлләндерә. Һуңғы йылдарҙа Калининградта йәшәп, урындағы спортсыларҙы теннис оҫталығына өйрәтә.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға