19.10.2019 Почта ла сүп-сар өсөн хаҡ һорай
Хәҙер почта бүлексәләре сүп-сар түләменә бер кеше өсөн 20 һум өҫтәп түләтә, ә ауыл халҡы өсөн был сумма 35 һумға тиклем барып етә!
Көпә-көндөҙ халыҡты талау тураһында "Эко-Сити" төбәк операторы саң ҡаға.
Баҡһаң, почта бүлексәләре хеҙмәт күрһәткән өсөн өҫтәмә түләүҙе "Рәсәй почтаһы" федераль дәүләт унитар предприятиеһының 20 сентябрҙә ҡабул ителгән № 198-п һанлы эске приказы нигеҙендә түләтә икән.
Ҡалала йәшәүселәр башҡа ысулды һайлай алһа, ауыл халҡы өсөн почта - түләмдәрҙән ҡотолоу өсөн берҙән-бер юл.
"Эко-Сити" был хәлде антисоциаль ҡарар, тип атай һәм тиҙҙән халыҡ ҡый өсөн түләүҙән баш тартасаҡ, тип иҫәпләй. Ысынлап та, бындай яңылыҡ сүп-сар реформаһына аяҡ сала.
— Был ҡарар беҙҙең менән килешеп ҡабул ителмәне. Беҙ иҫәп-касса хеҙмәте өсөн почтаға ваҡытында аҡса күсереп барабыҙ. Почта үҙенең монополлеге менән файҙаланып, халыҡтан өҫтәмә комиссия түләтә, тип иҫәпләйбеҙ, — ти компания етәксеһе Артем Кирәйев.
Әйткәндәй, "Рәсәй почтаһы", монополист булыуы менән файҙаланыуы арҡаһында, баҫма матбуғатҡа яҙылыу хаҡы ҡиммәт килеп сыға. Почта гәзит-журналдың үҙ хаҡына тағы 1,5 - 2 тапҡыр хаҡ өҫтәй.