«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Барҙала башҡорт телен уҡытыу тергеҙеләсәк!



19.10.2019 Барҙала башҡорт телен уҡытыу тергеҙеләсәк!

Пермь крайының Барҙа ауылында башҡорт теле яңынан өйрәнелә башлаясаҡ.


Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәренә ярашлы үткән сараларҙа Барҙа ауылында туған башҡорт телен уҡытыу тураһында ла һүҙ барҙы. Был турала БР мәғариф министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева хәбәр итә.

Ошо арала Пермь крайынан бер төркөм педагогтар Өфөгә юлланасаҡ. Белем биреү учреждениелары етәкселәре Башҡортостан мәктәп-гимназияларының эш тәжрибәһе менән танышасаҡ.

"Бәйләнештә" сайтындағы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы төркөмөнән.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: Вк.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға