«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Уларҙың эш сәғәте ҡыҫҡарыуы ихтимал



19.10.2019 Уларҙың эш сәғәте ҡыҫҡарыуы ихтимал

Дәүләт Думаһында ҡайһы бер ҡатын-ҡыҙҙарға айырым өҫтөнлөк тураһында закон проектын икенсе уҡыуҙа ҡабул иттеләр.

Документта һүҙ ауыл ерендә эшләүсе ҡатын-ҡыҙҙарға эш сәғәттәрен ҡыҫҡартыу тураһында бара.

Ҡыҫҡартыу тигәс тә, иң тәүҙә шуны әйтәйек: был осраҡта эш хаҡы кәмемәйәсәк. Закон проектында аҙнаһына 36 сәғәт эшләү ҡарала. Бер шарты бар: әгәр ҙә унан да ҡыҫҡараҡ норма бығаса федераль закон йә башҡа нормативтар менән нығытылмаған булһа.

Документтың авторҙары - Дәүләт Думаһы рәйесе Вячеслав Володин етәкселегендә "Берҙәм Рәсәй" партияһының бер төркөм депутаты.

Закон сыҡһа, ауылдағы эшсе ҡатындар уларға рәхмәт уҡыр инде.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: vk.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға