«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Лувр һарайына тиң мәктәп!



19.10.2019 Лувр һарайына тиң мәктәп!




Екатеринбург ҡалаһында урынлашҡан 106-сы мәктәптең тупһаһын Белем байрамында аша атлаған балалар һәм ата-әсәләр, яңы ремонтты күреп, телһеҙ ҡала. Уҡыу учреждениеһы түгел, әйтерһең дә, һарай! 


Баҡһаң, мәктәптең бағыусыһы олигарх Андрей Симановский икән. Ул ошо мәктәпте тамамлаған, ә атаһы ҡасандыр бинаның төҙөлөшөндә ҡатнашҡан булған.

Рәсәйҙә киң билдәле "Сима-Ленд" компанияһының етәксеһе үҙенсәлекле стилдәрҙе яратыуы менән дан алған. Мәктәпте лә фирманың үтә тантаналы стилендә ремонтлағандар.

Халыҡ телендә уны "алтын мәктәп" тип йөрөтәләр икән. Уҡыусылар интерьерҙы ватмай, уларға был матурлыҡ оҡшай, ти уҡытыусылар. Иҫ китмәле матур бәҙрәф - балаларҙың селфи өсөн яратҡан урыны.

Вторчермет районындағы 106 - сы мәктәп кеүек белем алыу учреждениеһы илдә юҡ, уның тураһында хатта сит ил журналистары тапшырыу төшөрә.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: Е1


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға