«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Мәрхәмәтле кондуктор тураһында



18.10.2019 Мәрхәмәтле кондуктор тураһында

Мәрхәмәтле кондуктор тураһындаБыл мәғлүмәтте беҙ "Бәйләнештә" селтәрендәге "Уфа подслушано" төркөмөнән алдыҡ

«Бөгөн киске 7-лә Булгаков ауылында "Башавтотранс"тың 110с маршрутына ултырҙым. Юл буйына күргәндәремә һәм ишеткәндәремә ғәжәпләнеп барҙым. Кондуктор бөтәһе менән дә иҫәнләшә, барыһын да урындарына ултырта, пенсионерҙарға ҡул арбаларын индерергә ярҙамлаша. Асыулы йөҙҙәр баҫҡан донъяла бындай күренеш бик һирәк осрай! Ә кешенең үҙ эшен шул тиклем яратыуын күреү һәм белеү күңелгә рәхәтлек бирә!»

Был хәбәргә ошо автобустың башҡа пассажирҙары ла комментарий яҙған.

Татьяна: «Мин дә уның менән барҙым. Бөтәһенә лә ярҙамлаша, афарин. Шундайҙар күберәк булһын ине.»

Наталья: «Беҙ ике тапҡыр ошо кондуктор менән барҙыҡ. Шундай алсаҡ, балалар менән дә һөйләшеп өлгөрҙө»

Татьяна: «Ҡасандыр мин дә уның менән барғайным. Сығыр алдынан уға маладис тип әйттем. Ысынлап та, хәҙер ундай кешеләр бик аҙ. Унан йылылыҡ бөркөлә. Хоҙай уға һаулыҡ бирһен»

Сергей: «Баҡтиһәң, беҙгә бәхет өсөн күп кәрәкмәй икән, бер йылмайыу етә».





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға