«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Дом–2» ҡумыҙ сиртеп күрһәткән



18.10.2019 «Дом–2» ҡумыҙ сиртеп күрһәткән

Белорет ҡалаһының эшҡыуары киң билдәле «Дом–2» телешоуында ҡатнашып, ҡумыҙҙа уйнап күрһәткән . 35 йәшлек Роман Горбатовтың бер нисә төр бизнесы һәм отеле бар. Ир шоуға үҙенең яҡташы,
Ишембай ҡыҙы Анастасия Иванованың һөйөүен яулау өсөн килгән. Әммә уның сығышы уңышлыларҙан булмай, хатта ҡумыҙ сиртеүе лә ярҙам итмәй.
Роман 13 йыл ғаилә ҡороп йәшәй, бөгөн уның 3 һәм 14 йәшлек улдары бар. Әммә ҡатынына һәм балаларына үҙ йортон ҡалдырып, уларҙан башҡа йәшәргә ҡарар итә. Ҡатыны менән айырылыша. Телешоуға үҙенә тиң йәр табыу өсөн килгән.

Ишембай ҡыҙы ирҙе оҡшатмаһа ла, башҡа ҡыҙҙар уны үҙ итә һәм ойоштороусыларҙан проекта ҡалдырыуҙарын һорай.





Автор: Гөлнара СОЛТАНОВА
Фото: Программа скриншоты


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға