«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Полиэтилен ҡапсыҡтар етештереүҙе тыясаҡтар



18.10.2019 Полиэтилен ҡапсыҡтар етештереүҙе тыясаҡтар

Тиҙҙән кибеттәрҙә аҙыҡ- түлекте ҡағыҙ пакеттарға ғына һалып ала башларбыҙ, моғайын.
Роспотребнадзорҙа бер тапҡыр ҡулланыла торған полиэтилен пакеттарҙы етештереүҙе этаплап кәметеү, уларҙы етештереүҙе сикләү тураһында закон проекты әҙерләйҙәр. РФ Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы был тәҡдимде хуплаған. Белгестәр, экологик проектты кисекмәҫтән ил күләмендәге профиль проектҡа индерергә һәм 2024 йылдан пластик пакеттарҙы ҡулланыуҙы тыйырға кәрәк , тип иҫәпләй.
Әйткәндәй, күп кенә илдәр хәҙер ҡағыҙ пакеттарға күсеп бөттө.
Полиэтилен ҡапсыҡтар көнкүрештә кәрәкле әйбер, әлбиттә. Әммә беҙҙә әлегәсә пластикты сортировкалау, уны үтилләштерерү һаман да яйға һалынмаған. Тирә-яҡ мөхиткә оҙаҡ йылдар тарҡалмай ятҡан был материалдың зыяны ҙур.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға