«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Хәйбуллаларға - афарин! Йәш белгестәргә ярҙам итәләр!



18.10.2019 Хәйбуллаларға - афарин! Йәш белгестәргә ярҙам итәләр!

Сәлимә Ғафарова-Байгилдина хәбәр итә:

- Хәйбулла районында йәш белгестәрҙе йәлеп итеү буйынса эш һуңғы йылдарҙа һиҙелерлек әүҙемләште. Бында федераль, республика кимәлендәге программаларҙан тыш, йәштәр сәйәсәтен үҫтереү буйынса муниципаль программа ла эшләй башланы. Ул өс йылға иҫәпләнгән.
Ауыл хужалығы, мәғариф, мәҙәниәт һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәләренә районға эшкә ҡайтҡан белгестәргә бер тапҡыр аҡсалата пособие түләнә.

Бөгөн, 18 октябрҙә муниципаль район хакимиәте башлығы Раил Хазморат улы Ибраһимов тантаналы шарттарҙа тәүге сертификаттарҙы тапшырҙы. Улар – медиктар: акушер-гинеколог Гүзәл Ильясова, терапевтар - Фируза Сурина, Юлия Пручай, фельдшер Мария Миляева.

Пособие күләме теге йәки был белгестәргә мохтажлыҡтан сығып билдәләнгән. Мәҫәлән, юғары медицина уҡыу йортон тамамлап ҡайтыусыларға 200 мең һум, урта махсус медицина уҡыу йортон тамамлаусыларға – 100 мең һум тәшкил итһә, башҡа тармаҡтағы белгестәргә 50-әр мең һум түләү ҡаралған.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға