«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Йомортҡанан рулет



18.10.2019 Йомортҡанан рулет

Рулет өсөн 4 йомортҡа, 175 г майонез ( омлетҡа һәм эслеккә), 2 йомшаҡ сыр, 2 тырнаҡ һарымһаҡ, укроп, тоҙ кәрәк.

4 йомортҡаға майонез менән тоҙ ҡушырға ла, яҡшылап болғатып күпертергә. Килеп сыҡҡан массаны формаға йәйелгән пергамент ҡағыҙына һалып, ҡыҙған мейестә 10 минут бешерергә. Һыуынғас, ҡағыҙы менән йөҙтүбән әйләндереп һалырға. Ике йомшаҡ сырҙы, һарымһаҡты эре ҡырғыс аша үткәреп,укропты ваҡ ҡына итеп турап, майонез һалып, бутарға. Омлет эсенә әҙер эслекте һыларға ла, рулет итеп төрөргә. Аҙыҡ пленкаһына урап, һыуытҡысҡа ҡуйырға. Түңәрәкләп киҫергә.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға