«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Рататуй. Бешереп ҡарайбыҙмы?



18.10.2019 Рататуй. Бешереп ҡарайбыҙмы?

Рататуй Францияла уйлап табылған икән. Ошо исем аҫтында йәнһүрәт сыҡҡас, ул Рәсәйҙә лә популяр булып китте. Был ризыҡты ярлылар йәшелсәләр өлгөргән осорҙа бешергән. Тора-бара ул байҙар өҫтәленә лә күскән, хәлле кешеләр рецептҡа ит өҫтәп ебәргәндәр.


Баклажан –1-2 баш

Ташҡабаҡ – 1-2 баш

Помидор – 1-2 баш

Картуф – 1-2 баш

Тауыҡ итенән фарш

Көнбағыш майы

Иғтибар! Йәшелсәләрҙең бер диаметрҙа булғандарын һайлап алырға тырышығыҙ. Ә фаршты алдан уҡ тоҙлап, һуған менән бутап ҡуйығыҙ.

Түңәрәкләп ҡырҡылған йәшелсәләрҙе тоҙлайбыҙ һәм ит менән сиратлаштырып майлы табаға теҙәбеҙ. Мәҫәлән, баклажан, картуф, ташҡабаҡ, фарш, помидор.

Рататуй мейестә сама менән 40 минут бешә.


Интернеттан.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға