«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Башҡортостанда балаларҙың 24,4 проценты ғына тулыһынса һау-сәләмәт тип табылған



18.10.2019 Башҡортостанда балаларҙың 24,4 проценты ғына тулыһынса һау-сәләмәт тип табылған

Профилактик тикшереүҙең тәүге этабынан һуң, Башҡортостанда 17 йәшкә тиклемге балаларҙың 24,4 проценты ғына һау-сәләмәт тип табылған. Ҡалғандарының сәләмәтлегендә ниндәйҙер тайпылыш бар. Бөтәһе 626 мең бала тикшереү үткән.


БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының статистик мәғлүмәттәре буйынса, беренсел медицина тикшереүе үткән балаларҙың иң күп өлөшө – 61,7 проценты - сәләмәтлегендә функциональ үҙгәрештәр булған төркөмгә индерелгән. 11,6 проценты ремиссия хәлендәге хроник сирлеләр төркөмөнә ҡарай. 0,7 проценты әүҙем стадиялағы хроник сирлеләр төркөмөнә инә. 1,6 проценты – даими дауалау талап ителеүсе ауыр сир менән интегеүселәр.
17 йәшкә тиклемге балаларҙа нервы системаһына, аш эшкәртеү органдарына, һөйәк-мускул туҡымаларына, күҙгә, ҡалҡан биҙенә бәйле проблемалар йыш осрай.
Шулай уҡ Башҡортостанда инвалид балалар һанының 4,3 процентҡа артыуы күҙәтелә. 2018 йылға ҡарағанда 687-гә күберәк.
Республикала 1310 белем биреү учреждениеһында 529 медицина кабинеты һәм 152 стоматология кабинеты эшләй. Уҡыусыларға белем биреү системаһында эшләүсе 325, һаулыҡ һаҡлау учреждениеларынан 723 медицина хеҙмәткәре табип ярҙамы күрһәтә. Әбйәлил, Баҡалы, Краснокама райондарында бындай кадрҙарға ҡытлыҡ кисерә.





Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға