17.10.2019 Эттәрҙән һаҡланығыҙ!
Эттәр бер ҡоторһа-аа! Яман икән...
Беҙҙә түгел, күрше Пермь крайында булған. Мотовилихинский районында йәшәүсе бер 80 йәшлек әбей кеше йөрөмәгәнерәк урындан үҙенең пекинес тоҡомло этенең ҡәберенә китеп барған (ҡайһы бер сығанаҡта былай ғына йөрөргә сыҡҡан, тип яҙылған). Әммә уға барып етергә насип булмай - юлында бер төркөм эт осрай ҙа, уны һөйрәкләп, йырынға алып төшөп, талай.
Ә был ваҡытта оҙаҡлаған әсәһен улы эҙләргә сыҡҡан. Тапмағас, полицияға мөрәжәғәт иткән. Улары әбейҙең ныҡ ҡанһыраған кәүҙәһенә, айырым ҡул суҡтарына юлыҡҡан. Әлбиттә, был тиклем таланыуҙан оло кеше тере ҡала алмаған...
Әле тикшереү бара.
Яңғыҙ йөрөһәгеҙ, зинһар, һаҡ булығыҙ!