«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Балағыҙға Рәсәй тип исем ҡушыр инегеҙме?



17.10.2019 Балағыҙға Рәсәй тип исем ҡушыр инегеҙме?

Балағыҙға Рәсәй тип исем ҡушыр инегеҙме?Ә бына Мәскәү янындағы Орехов-Зуев ҡалаһында йәшәүсе Олег һәм Инна Солнышкиндар ҡыҙҙарына Рәсәй тип исем ҡушҡан.

Йәш атай-әсәй әйтеүенсә, балаларға йыш ҡына билдәле кешеләрҙең исемдәрен бирәләр. Мәҫәлән, Юрий Гагарин хөрмәтенә ҡушылған Юралар күп.
Күп ерҙә булған ғаилә башлығы, ҡыҙына Рәсәй исемен ҡушыуын үҙ илен яратыуы менән дә бәйләй: “ Мин Рәсәйҙе яратам һәм, ҡыҙыма илебеҙҙең исемен ҡушып был тойғомдо күрһәтке килде. Донъяны күп гиҙҙем, күп илдә булырға тура килде. Әммә һәр ваҡытта ла тыуған яҡ үҙенә тартты”, – тигән йәш атай.

Йәш әсәй ҙә иренең бындай исем һайлауын хуплаған.





Автор: Гөлнара СОЛТАНОВА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға