«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Балыҡ менән ҡыҙҙырылған помидор



17.10.2019 Балыҡ менән ҡыҙҙырылған помидор

500 г балыҡ, 2 баш һуған, 4–5 помидор, 3 ҡалаҡ аҡ май, 1 ҡалаҡ аш һеркәһе, бер бәйләм петрушка, тәменә ҡарап тоҙ кәрәк буласаҡ.

Һуғанды ваҡ ҡына турап ҡыҙҙырырға. Әҙер балыҡты киҫәктәргә бүлеп, онлап тоҙ һибергә һәм табаға һалырға. Туралған помидор менән балыҡтың өҫтөн ҡапларға. Ярты стакан һыу, май, борос өҫтәп, ҡапҡасты ҡаплаған килеш 20 минут духовкала бешерергә. Әҙер ризыҡҡа йәшелсә һәм аш һеркәһе һалырға.





Автор: Гөлнара СОЛТАНОВА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға