«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Һөйөнсө! 2020 йылдан беренсе һәм икенсе балаға түләүҙәр арта!



17.10.2019 Һөйөнсө! 2020 йылдан беренсе һәм икенсе балаға түләүҙәр арта!

Һөйөнсө! 2020 йылдан беренсе һәм икенсе балаға түләүҙәр арта!Киләһе йылдан Рәсәйҙә беренсе һәм икенсе балаға айлыҡ түләүҙәр күләме арта, тип хәбәр итә ТАСС Хеҙмәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенә һылтанма менән.

Әйтәйек, быйыл илдә түләүҙәрҙең уртаса күләме 11,2 мең һумға тиң икән, киләһе йылдан, төбәккә ҡарап, ул яҡынса 12 мең һум буласаҡ.

Быларҙың барыһы ла «Балаһы тыуған ғаиләләргә финанс ярҙамы» проектын ғәмәлгә ашырыу барышында арттырыла.

Республика Хеҙмәт министрлығында билдәләүҙәренсә, 2020 йылдан ошо түләүҙәрҙе тәғәйенләү өсөн критерий үҙгәрә. Хәҙер йән башына уртаса килеме 1,5 йәшәү минимумы тәшкил иткән ғаиләләрҙең ошондай хоҡуғы булһа, 2020 йылдан ике йәшәү минимумы критерийы индерелә.

Өҫтәүенә 2020 йылдан әлеге пособиеларҙы түләү ваҡыты балаға өс йәш тулғансы оҙайтылды.

«Хәҙер Башҡортостанда пособиеның күләме — 9 182 һум. 2020 йылда ул 9 789 һумға еткерелә — 2019 йылдың икенсе кварталында бала өсөн билдәләнгән йәшәү минимумы күләме шундай», — тип асыҡлыҡ индерҙе Башҡортостан Хеҙмәт министрлығының матбуғат секретары Роза Кузьменко.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com
Источник: ИА "Башинформ"


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға