«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Өфө автобустарында кондукторҙар ҡырылған ахыры



17.10.2019 Өфө автобустарында кондукторҙар ҡырылған ахыры

Өфө автобустарында кондукторҙар ҡырылған ахырыЯңыраҡ ошо яҙманың авторы оло бәләгә ҡала яҙҙы.

Эш былай булды. Иртәнсәк 74-се маршрутлы автобус менән эшкә килеш. Һуңғы ваҡытта "Башавтотранс"тың оло "НефАЗ"дары кондукторһыҙ йөрөй - был автобустан да кешеләр алғы ишектән төштө, водитель шунан ғына уртансыны һәм артҡыны асып, буласаҡ пассажирҙарҙы индерҙе.

... "Едем". Сығыусылар алға үтә, тәҙрәнән водителгә аҡсаларын, "Алға"ларын һуҙа. Сыға торған ишек янына "Семья", "Галле", "Фирма "Мир" туҡталыштарында "бөкө" барлыҡҡа килә. Водитель хас Юлий Цезарь - рулде бора, ишекте аса, аҡса һанай, карталарҙы ала-бирә, терминалды баҫҡыслай - данлыҡлы Рим императоры кеүек бар эште бер юлы башҡара. Ярай "коробка"лары автомат, "двойной выжим сцепления"-маҙар менән йонсорҙар ине.

... "Матбуғат йорто" туҡталышына етә борон юл түбәнгә китә. Мин карта аша түләнем, алғы ишек янына баҫтым. Минһажев урамы сатын үттек, хәҙер туҡталыш кеҫәһенә инеп туҡтарға кәрәк. Водитель рулде уңға бора башланы, бер ыңғайы ишекте аса, сығам тиеүселәрҙән юл түләүе ала. Төшәм тип тупһа аша ашаҡлауым булды, нимәлер шул секунд өлөшөндә кире туҡтатты - шул мин атлаясаҡ урындан "Форд-Транзит" автобусы үтеп тә китте. Баҡтиһәң "НефАЗ" водителе "карман"ға боролған ыңғайы, көҙгөләргә ҡарамайынса ишекте асҡан - бер ике-өс эште бер юлы эшләү касафаты. Әгәр туҡтамайынса хәрәкәт итһәм, туп һымаҡ "Форд"тан ҡаҡлығып алға осор йәки үҙем ултырған автобус аҫтына инеп китер инем...

"Че, один на дороге чтоле!", - бәләкәй автобустың водителе тәҙрәһен аса һалып минең аша "НефАЗ"дыҡы менән әрләшеп алды.

Бына шулай. Был осраҡта үҙемә ҡабаланмаҫҡа кәрәк булған. Ә бына салонда хужабикә - кондуктор йөрөһә ул аҡсаны алыр, билет бирер, пассажирҙар ҙа үҙҙәрен тәртипле тоторҙар ине. "Алға" кеүек карталарҙы терәтеп кенә юл өсөн түләргә мөмкин дә ул, шулай ҙа водитель тик автобус йөрөтөү менән мәшғүл булырға тейеш!

Көндөҙ ошондай "НефАЗ" кешене тапатыуы мәғлүм булды. Уныһында ҡатын кеше Октябрь проспекты аша тура сығып барған. Автобус үҙенең һыҙатынан шәп хәрәкәт иткән һәм быны бәрҙергән.

Бөгөн дә кондукторһыҙ "Башавтотранс" "НефАЗ"дарын күрергә һәм ултырып барырға тура килде.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға