«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Үәт, шулай ҙа була икән...



17.10.2019 Үәт, шулай ҙа була икән...

Ҡолға менән бейеклеккә һикереү буйынса ике тапҡыр Олимпия уйындары призеры Игорь Транденков, Рәсәй еңел атлетика федерацияһын допинг ғауғаһында ғәйепләгән.
Элекке спотсы әйтеүенсә, 2000 йылдарҙа спортсыға көсләп тыйылған препарттарҙы һатҡандар. Һуңынан алғандарҙы белә күрә дисквалификация менән ҡурҡытып, Федерация уларҙан аҡса талап иткән. Дөрөҫөрәге, үҙенсә ҡурсалай имеш.

53 йәшлек спортсы ғәйеплелеләрҙең исемен атамаған. Әммә еңел атлетика федерацияһын етәкләгән Валентин Балахничевтың ул хаҡта белеүен раҫлай.

Балахничев 1990 йылдан 2015 йылға тиклем федерацияны етәкләп, допинг ғауғаһынан һуң эшен ҡалдыра.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға