«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Пенсионер ҡатын нисек 58 мең һумға отолған?



17.10.2019 Пенсионер ҡатын нисек 58 мең һумға отолған?

Өфө ҡалаһынан пенсионер Надежда Рязанова кредит һаҙлығына батҡан.

79 йәшлек ҡатын «Сәләмәтлек үҙәге» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт менән килешеү төҙөй. Компания хеҙмәткәрҙәре уның оло йәштә булыуы һәм һаулығының булмауы менән файҙаланып, 58 мең һумлыҡ кредитты көсләп бирә.
Үҙәктә бөтә поцедуралар өсөн түләгәндән һуң, вәғәҙә ителгәнсә, ҡатындың һаулығы шәбәйеп китмәй. Өҫтәүенә, оло йәштәге ауырыу кеше кредитын да түләй алмай. Аптырағандан Надежда Егоровна ярҙам һорап «Берҙәм Рәсәй» партияһының йәмәғәтселекте ҡабул итеү бүлмәһенә мөрәжәғәт итә.
Граждандарҙың мөрәжәғәттәре менән эшләүсе Илнур Әйүпов хәбәр итеүенсә, «Сәләмәтлек үҙәге» вәкилдәре менән һөйләшеүҙән һуң, ҡатынға дәғүә төҙөү өсөн юридик ярҙам күрһәтелә. Әммә «һаулыҡ хаҡында хәстәрлек күреүселәр» пенсионерҙың ғаризаһын иғтибарһыҙ ҡалдыра. Артабан «Берҙәм Рәсәй» партияһының йәмәғәтселекте ҡабул итеү бүлмәһе хеҙмәткәрҙәре район судына ғариза яҙырға булышлыҡ итә. Ошо көндәрҙә үткән суд ултырышы ғариза биреүсе файҙаһына ҡарар сығара.
11 ноябрҙә Федераль суд приставтары хеҙмәтенә тапшырыу өсөн башҡарма документ алынырға тейеш. Пенсионер ҡатындың мөрәжәғәте аҙағынаса партияның төбәк йәмәғәтселекте ҡабул итеү бүлмәһенең күҙәтеүе аҫтында буласаҡ.





Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға