«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Юлсыларҙың яңы техникаһы көйлө эшләһен, юлдарыбыҙ таҙа булһын!



17.10.2019 Юлсыларҙың яңы техникаһы көйлө эшләһен, юлдарыбыҙ таҙа булһын!

Юлсыларҙың яңы техникаһы көйлө эшләһен, юлдарыбыҙ таҙа булһын!Бөгөн "Башкиравтодор" акционер йәмғиәте паркы 54 берәмек яңы техника менән тулыланды. Тимер ғифриттәр төбәк, район, ҡала, ауыл араларындағы юлдарҙы тәртиптә тотоуҙа, ремонтлауҙа һәм төҙөүҙә ҡулланыласаҡ. Машиналар предприятиеның райондарҙағы 36 филиалына оҙатыласаҡ.

Яңы техника асҡыстарын Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров тапшырҙы. Ул юлсыларҙы һөнәри байрамдары менән ҡотланы һәм Башҡортостар Рәсәйҙә юлдар оҙонлоғо буйынса икенсе урында тора тине.

"Был эшегеҙгә яуаплылыҡ өҫтәй, һеҙ күп тораҡ пункттарҙы хеҙмәтләндерәгеҙ, юлдар йыл әйләнәһенә асыҡ булырға тейеш. Беҙ һеҙгә ярҙам иттек һәм итәсәкбеҙ. Сифатлы, бәлә-ҡазаһыҙ эшләүҙе теләйем. Эшегеҙ ауыр, юлсы хеҙмәте иң ҡатмарлы һөнәрҙәрҙән һанала. Тап һеҙ комфорт һәм хәүефһеҙлек менән тәьмин итәгеҙ", - тине Радий Фәрит улы.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com
Источник: ИА "Башинформ"


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға