«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Һирәк сир менән интегеүселәргә ярҙамға



16.10.2019 Һирәк сир менән интегеүселәргә ярҙамға

Башҡортостанда һирәк осрай торған сир менән ауырыусыларға махсус үҙәк төҙөләсәк.

БР һаулыҡ һаҡлау министрлығы Республика медицина-генетик үҙәгендә Орфан (һирәк) ауырыуҙар үҙәге асырға планлаштыра. Ведомствоның рәсми сайтында тейешле ҡарар баҫылған.
Үҙәк бындай пациенттарҙы дарыуҙар менән тәьмин итеү һәм медицина ярҙамы күрһәтеү сифатын яҡшыртырға тейеш. Планлаштырған үҙәктә сирлеләргә молекуляр-генетик тикшереү үтеү һәм тәжрибәле белгестәрҙән кәрәкле консультация алыу мөмкинлеге буласаҡ.
2018 йылға ҡарата Башҡортостанда һирәк ауырыуҙар менән сирләүселәр исемлегенә 434 кеше индерелгән. Шуларҙың 226-һы – балалар. Һирәк ауырыуҙар төркөмөнә әҙ генә кешелә күҙәтелгән тыумыштан йәки бала саҡта күренгән паталогиялар инә. Бөтәһе бындай 7000-ләп ауырыу билдәле.





Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға