«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Сәтләүек ашау файҙалы



16.10.2019 Сәтләүек ашау файҙалы

Көс һәм энергия алыу өсөн кешью сәтләүеге иң шәбе һынала. Унда тиҙ үҙләштерелә торған углеводттарға, протеиндарға һәм магнийға бай. Был элементтар кешенең сыҙамлығын арттыра. Шуға ла был сәтләүекте көндөң беренсе яртыһында һәм фитнес-клубҡа барыр алдынан ашарға кәңәш итәләр.

Ә бына аш эшкәртеү процесын етен орлоғо яҡшырта. Ул оҙаҡ ваҡытҡа аппетитты баҫҡан балласт матдәләргә бай.
Миндалдә лә аҡһым күп. Ул матдәләр алмашыныуын яҡшырта, ябығырға ярҙам итә.

Нервыларҙы нығытыу өсөн урман сәтләүеге (фундук) ашарға кәрәк. Унда нервыларҙы нығытыуға булышлыҡ иткән лецитин тигән матдә бар.
Арахистағы триптофан аминокислотаһы бәхет гормоны бүленеп сығыуҙы арттыра. Был кешегә тыныс, тормоштан ҡәнәғәт булыу өсөн кәрәк.

Ләкин шуны онотмағыҙ: сәтләүекте көндөң беренсе яртыһында ашау хәйерле. Саманы ла оноторға ярамай. Көнлөк норма 10 сәтләүектән артмаҫҡа тейеш.





Автор: Гөлнара СОЛТАНОВА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға