15.10.2019 "Ағай-эне - аҡ мыйыҡ, бер-беребеҙҙе ҡаҡмайыҡ!"
Рәмил Туйсин үҙенең сәхифәһендә тиҙҙән сәхнәгә сығасаҡ яңы проектты һөйөнсөләй.
"Тиҙҙән ошо исем аҫтында афиша күреп ҡалһағыҙ, шаяртыу, тип уйламағыҙ, дуҫтар! Беҙ, бер нәҫел ир-егеттәре, яңы концерт менән сәхнәгә сығыуыбыҙ ихтимал", - тип яҙа йырсы.
"Туйсы ҡарттың заты бит һеҙ, афарин!", - тип ҡыуана был йырсыларҙың моң-ижадын һөйөүселәр.