«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Әбйәлилдәр - Пермдә



15.10.2019 Әбйәлилдәр - Пермдә

Башҡорт мәҙәниәте мәғрифәте көндәренә ярашлы, Пермь өлкәһенең төрлө тарафтарында милли инструменттар, вокал, хореграфия, фольклор, ҡумыҙ, кейеҙ баҫыу, милли биҙәүестәр буйынса оҫталыҡ дәрестәре башланды.


"Оҫталыҡ дәрестәрен Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әнүәр Шафиҡов, Учалы районының Уральск сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы Ильгиз Йомағужин,
Әбйәлил районынан БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Зөмәрә Хызырова, Йәзилә Тайыпова, Марс Сәйетғәлин, Роза Хәйруллина, Асҡар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы Миңлегөл Солтанбаева, Боранғол мәҙәниәт йорто янындағы "Кейеҙ йорто" етәксеһе Зөлфирә Махийәнова,
Байым ауылы мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре Ирес Илһамов, Гүзәлиә Зәйтүнова, Нурзилә Дауытова, Мәрзиә Юламанова, Зәмирә Мөхәмәтова, Зилбәр Мөхәмәтйәрова, Ғәлиә Кинйәбаева, Зөлфирә Баһаутдиновалар ихлас күңелдән башҡорт мәҙәниәтен үҙ итеүсе ҡәрҙәштәренә өләшә.

Башҡорт мәҙәниәте, йолалар, халыҡ йырҙары, көйҙәр, милли бейеүҙәр, ғөрөф-ғәҙәт, шөғөл менән ҡыҙыҡһынып килеүсе төрлө йәштәге милләттәштәр Башҡортостандан килгән ҡунаҡтарҙы әүҙемлеге, ихласлығы, остаздар биргән дәрестәрҙе өйрәнеп ҡалырға тырышыуы, рухи ынтылышы менән таң ҡалдырҙы.

Пермь, Чайковский, Оса ҡалаларында, Көйәҙе ҡасабаһында, Ҡуян, Барҙа райондарында үткән
оҫталыҡ дәрестәре һөҙөмтәләре буйынса концерт ойоштороласаҡ", - тип яҙа Марс Сәйетғәлин.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: Вк


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға