16.10.2019 Дмитрий Медведев "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты маҡсаты буйынса күрһәткестәрҙе дөрөҫ әйтергә саҡырҙы
Ошо көндәрҙә Стратегик үҫеш һәм милли проекттар буйынса РФ Президенты ҡарамағындағы Совет президиумының ултырышы үткәйне. Унда Премьер-министр Дмитрий Медведев үлем кимәле статистикаһы менән манипуляция яһамаҫҡа һәм күрһәткестәрҙе үҙгәртмәҫкә ҡушты.
Әгәр ҙә төбәктәрҙә боҙоҡлоҡтар теркәлә икән, быға етәкселәр ҡәтғи яуап бирәсәк.
"Һаулыҡ һаҡлау" милли проектына ярашлы, тағы ла һигеҙ проект ғәмәлгә ашырыла. Шулар буйынса, 2024 йылға беҙҙең илдә үлем күрһәткестәрен, шул иҫәптән онкологик сирҙәр арҡаһында ла, һигеҙ процентҡа кәметеү күҙаллана.
Ә уртаса ғүмер оҙонлоғо 78 йәшкә етергә тейеш. 2030 йылға инде ул күрһәткестең 80 йәш булыуы шарт.
Әйткәндәй
Рәсәй статистикаһы мәғлүмәттәре буйынса, 2019 йылдың 1 ғинуарына ҡарата, илдә 20 582 йөҙйәшәр иҫәпләнә. Йәғни 100 һәм унан да артығыраҡ йәштәгеләр. Шуларҙың 70 проценты - ҡатын-ҡыҙҙар.