«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Демография" милли проектына ярашлы, тағы бер сертификат



15.10.2019 "Демография" милли проектына ярашлы, тағы бер сертификат

Республика Хөкүмәтендә яңы ҡарар ҡабул ителде.

Ул Башҡортостандың шәхси балалар баҡсаларынан урын алыу өсөн сертификат биреү тәртибенә арнала.

Раҫланған тәртип буйынса, республика һәм урындағы ҡаҙнанан шәхси балалар баҡсаһына йөрөүсе һәр балаға ай һайын 6000 һум бүленәсәк. Хәҙер ошоно Стәрлетамаҡта ғәмәлгә ашырып ҡарайҙар. Ул уңышлы килеп сыҡһа, 2020 йылдың 1 сентябренән шундай ҡағиҙә башҡа ҡалалар һәм райондарға ла тараласаҡ.

Шуны белеү мөһим: сертификат муниципаль балалар баҡсаһына урын көткәндә шәхси баҡсаға йөрөп тороу хоҡуғы бирә.

Ҡарарҙа шулай яҙылған:
«Право на получение сертификата имеют родители (законные представители) детей в возрасте от двух месяцев до трех лет, не обеспеченных местом в детсадах и состоящих на учете в государственной информационной системе «Единая республиканская очередь в дошкольные образовательные организации в электронном виде».

Әйткәндәй

Сертификат биреү тәртибе Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2021 йылғаса өс йәшкә тиклемге балаларҙы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында урын менән 100 процент тәьмин итергә ҡушыуы буйынса әҙерләнгән.
Шулай уҡ дәүләттеке булмаған балалар баҡсаларына ла булышлыҡ күрһәтеү маҡсаты бар. Ҡыҫҡаһы, "Демография" милли проектын ғәмәлгә ашырыу эштәре күренә башланы шикелле.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Башинформ.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға