«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Президент грантына конкурста еңеүсе проекттар асыҡланды



14.10.2019 Президент грантына конкурста еңеүсе проекттар асыҡланды

2019 йылда Президент грантына икенсе конкурста Башҡортостандың коммерция булмаған ойошмаларының 55 гранты еңеүсе тип табылды. Уларҙы тормошҡа ашырыу өсөн 63,8 млн һум аҡса бүленәсәк.


2019 йылдың беренсе конкурсында 38 коммерция булмаған ойошмаға 44,8 млн һум аҡса йәлеп ителгәйне. Һөҙөмтәлә быйылғы йылда Президент грантына конкурстарҙа бөтәһе 108,5 млн һумлыҡ 93 проект еңеүсе булды.
Барлығы беҙҙең республиканан конкурсҡа 323 проект тәҡдим ителгән. Улар араһында иң популяр йүнәлештәр: граждандарҙың сәләмәтлеген һаҡлау, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, шулай уҡ социаль хеҙмәтләндереү, граждандарға социаль ярҙам күрһәтеү.
Конкурс һөҙөмтәләре буйынса, дүрт ойошма - 3 млн һумдан ашыу, 22 ойошма 500 меңдән 3 млн һумға тиклем аҡса алды, 29 коммерция булмаған ойошма 500 мең һумға тиклем грант отто.
Иң ҙур грантты (9 млн һумдан ашыу) “Йәш этнополитолог мәктәбе” проектын тормошҡа ашырыу өсөн, “Социомәҙәни моделләштереү үҙәге” ижтимағи һәм гуманитар фәндәрҙе үҫтереү буйынса автономиялы коммерция булмаған ойошмаһы алды.
Ошоға оҡшаш темалы тағы бер проект бар –“Торатау: этноконфессиональ төрлөлөктө нығытыуҙа дәүләт-ижтимағи партнерлыҡ” интеграцион майҙансығы.
Иң бәләкәй грантты (129 мең һум тирәһе) “Васильев уҡыуҙары” проекты өсөн Яңауыл районының “Эрвел Марий” Мари милли-мәҙәни автономияһы отто.
“Планета” крайҙы өйрәнеү, туризмды һәм экопроекттарҙы үҫтереү ойошмаһы Миәсс һәм Абдулла ҡалалары араһында Европа – Азия веломаршрутын төҙөү өсөн 1,5 млн һумдан ашыу аҡса аласаҡ.
“Килешеү биләмәһе” проектын тормошҡа ашырыу өсөн 2,3 млн һум аҡса йүнәлтеләсәк. Был проект айырылышырға ҡарар иткән ғаилә парҙарын яраштырыу өсөн медиаторҙарҙы уҡытыуға һәм килешеү бүлмәләре булдырыуға тотоноласаҡ.
“Мәрхәмәт” шәфҡәтлелек фонды – 2,5 млн һум, “Содействие” инвалид балаларҙың ата-әсәләр ойошмаһы – 3,8 млн һум, “Башҡорт пираттары” Следж-хоккей клубы 5 млн һум аласаҡ.
Тағы ла бер нисә ҡыҙыҡлы проект грант ярҙамына лайыҡ булды.





Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Фото: Башинформ.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға