«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Уның фекеренсә, Хәбиб улай уҡ көслө түгел...



14.10.2019 Уның фекеренсә, Хәбиб улай уҡ көслө түгел...

Американың билдәле киноактеры, айкидо мастеры Стивен Сигал, ҡатнаш стиль буйынса донъя чемпионы, Рәсәй көрәшсеһе Хәбиб Нурмагомедовты көслө көрәшсе тип һанамай.
Сигал әйтеүенсә, әгәр ул уның уҡыусыһы булһа, уға кәңәш бирер ине.
Ул Бразилия көрәшселәре Андерсон Сильва һәм Лиото Мачидо менән аралышып, уларға кәңәш биргән булған. Шулай уҡ Америка актеры Рәсәйгә килеп, айкидо буйынса мастер-класс уҙғарғайны. Уның күнекмәләрен билдәле көрәшсе Александр Емельяненко ла барып ҡараны.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға