«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Түш яман шешен булдырмаҫ өсөн нимә ашарға кәрәк?



14.10.2019 Түш яман шешен булдырмаҫ өсөн нимә ашарға кәрәк?

АҠШ-тың Нью-Йорк университеты белгестәре түш биҙҙәренең яман шеше хәүефен кәметә торған йәшелсәләрҙе атаған. Баҡтиһәң, көн һайын һуған менән һарымһаҡ ашаусы ҡатын-ҡыҙҙарҙа бындай яман шеш 67 процентҡа кәмерәк була икән.


Әлеге һөҙөмтәне Мексика, Ҡытай һәм Франция ғалимдары ла раҫлаған.

Ауыҙҙан насар еҫ килә, тип, гүзәл зат күп осраҡта был ризыҡтарҙан баш тарта. Тимәк, һуған менән һарымһаҡты рационда күберәк ҡулланырға кәрәк. Сөнки уларҙың башҡа күп сирҙән дә файҙаһы киң билдәле.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға