13.10.2019 Калифорнияла йәнлек тиреһенән тун тегеү тыйыласаҡ
Калифорнияла тиреһенән тундар һатыуҙы һәм хайуандарҙың циркта сығыш яһауын тыясаҡтар
Американың Калифорния штаты губернаторы Гэвин Ньюсом шәмбе көнө хайуандарҙы яҡлауға йүнәлтелгән бер нисә сараға ҡул ҡуйған. Улар араһында йәнлек тиреһенән кейем тегеү һәм һатыуҙы, шулай уҡ хайуандарҙы циркта файҙаланыуҙы тыйыу ҙа бар.
“Калифорния хайуандарҙы һаҡлау мәсьәләһендә лидер булып тора. Бөгөн ул йәнлек тиреһен һатыуҙы тыйыуҙы күҙ уңында тота. Әммә беҙ бының менән генә сикләнмәйәсәкбеҙ һәм айыу, юлбарыҫ кеүек шәп хайуандар ут аша һикереп йөрөргә тейеш түгел, тип белдерәбеҙ”, – ти губернатор.
Калифорния Америкала йәнлек тиреһенән әйбер етештереүҙе һәм һатыуҙы тыйыусы тәүге штат буласаҡ. Закон 2023 йылда ғәмәлгә инәсәк.