13.10.2019 "Хагибис" тайфуны
Японияға кисә «Хагибис» тайфуны ауҙарылды.
Туҡтауһыҙ яуған ямғырҙар ташҡындарға килтерҙе.
Ел сәғәтенә ҡайһы ваҡыт 225 км тиклем булған (секундына 60 метрҙан ашыу). Бындай көслө ел йөк машинаһын ауҙара, ағастарҙы, бағаналарҙы төбө-тамыры менән йолҡоп ала.
3 млн кеше эвакуациялана. Сөнки тағы ла 14 йылғаның ярҙарынан сығыуы көтөлә.
Бөгөнгә (сәғ. 14:00) 26 кешенең һәләк булыуы билдәле. Ҡотҡарыу эштәрендә 27 мең хәрбиҙәр һәм ҡотҡарыусылар ҡатнаша.
«Хагибис» тайфуны Япония өсөн һуңғы илле йылда иң ҡурҡынысы булыуы ихтимал.
1958 йылда булған шундай уҡ көслө «Ида» ураганы 1200-ҙән ашыу кешене һәләк итә.
Тайфундың килеүе тураһында алдан хәбәрҙар булған япондар бер нисә көн алдан магазин кәштәләрен бушатып, икмәк, һыу, туҡмас, газ баллондарын һатып алып әҙерләнгән. Ләкин бындай уҡ ғәрәсәт булыр, тип уйламаған...