13.10.2019 Ян-уҡтар әҙерме?
Ян-уҡтарығыҙҙы әҙерләгеҙ, мәргәндәр, сөнки Әбйәлил районының үҙәге Асҡарҙа 19-20 октябрҙә яндан уҡ атыу буйынса беренсе асыҡ район турниры үтәсәк.
Бәйге Бейеш батыр иҫтәлегенә арналып, Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығы айҡанлы ойошторола.
- 19 октябрҙә - йәйәү ярыш;
- 20 октябрҙә - һыбай килеш уҡ атыу ярышы.
Башлана: сәғәт 10.30!
Бейеш батырҙың портреты авторы - Ринат Атауллин.
Бейеш
Ваҡыт һине ниңә онотмаған,
Хәтер һине ниңә гел ҡурсалай?
Әле аңлап, әле аңламайса,
Ярылып та китәмме урталай.
Кем ул, тиһәң, гел ат буры, тиҙәр,
Ат ҡарағы, тиҙәр, атаҡлы.
Исемдәрең ниңә һаман телдә,
Тарихтарың бигерәк сатаҡлы...
Беҙҙең батыр, тиҙәр, һорағанда,
Беҙҙең кеше, тиҙәр, Бейеш бер ул.
Ысын булмышыңды сер итәләр,
Өндәшмәгәс, шулай тейештер ул.
Ҡырҡты һырттарында бер Бейештау,
Ҡыраҡала ята бер Бейеш.
Батыр ғына тиҙәр, һөйләмәйҙәр,
Батҡан таштай һинең йәшәйеш.
Бейеш, Бейеш тиҙәр бәләкәстән,
Бейеште беҙ гел белергә тейеш.
Ҡәғбә ташы минең ауылымдың,
Гелән саҡырып торған бер мөйөш.
Ваҡыт һине ниңә онотмаған,
Мин дә беләм һине йүргәгемдән.
Хәтерләйем Бейеш мәмерйәһен
Бергәләшеп эҙләп йөрөгәнде.
Г.Хәлфетдинова.