«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ярты ғүмере Олимпиадала үтә...



13.10.2019 Ярты ғүмере Олимпиадала үтә...

Үзбәкстан гимнасткаһы Оксана Чусовитина киләһе йыл булсаҡ Япониялағы Олимпия уйындарына барып, үҙ карьераһында һигеҙенсе уйындарҙа ҡатнашасаҡ.
44 йәшлек спортсы быға тиклем 2016 йылда уҙған Олимпиадаға барып, гимнастар араһында иң өлкәндәренән һаналып, Гиннес рекордтары китабына ингәйне. Ул ваҡтта уға 41 йәш була.
Чусовитина заманында СССР һәм Германия йыйылма командаһы составында сығыш яһап, 1992 йылда Олимпия уйындары чемпионы була.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға