«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Хәтерһеҙлек хаҡы 90 мең һум



12.10.2019 Хәтерһеҙлек хаҡы 90 мең һум

Кредит учреждениеһы клиенты иҫке сим-картаһында мобиль банкты һүндерергә онотҡан. Һәм шул арҡала күңелһеҙлеккә тарыған.

Нефтекамск ҡалаһының полиция бүлегенә 47 йәшлек ҡатын ғариза яҙған: баҡтиһәң, банкта уға кредит картаһы буйынса 89 мең һумдан ашыу бурысы барлығын иҫкәрткәндәр. Полицияға ғаризаһында ҡатын, ул аҡсаны кредит картаһынан алманым, тип яҙған.


Ғариза буйынса тикшереү барышында ҡатындың мобиль банк менән ҡулланғаны асыҡланған, 60 мең һум ятҡан кредит карта шул уҡ номерға бәйле булған.

Бер нисә ай элек ҡатын номерын алыштырған, тик иҫке телефон номерында мобиль банкты һүндерергә онотҡан.

Телефон номерының яңы хужаһы ҡатындың кредит картаһы менән идара итеү хоҡуғына эйә булған, ахыры. Шул аҡсаны тотонғандыр ҙа инде.

Был факт буйынса тикшереү бара.

Нефтекамск ҡалаһының полиция бүлеге хеҙмәткәре Сөмбөл Вәлиева телефон номерын алыштырғанда, банк карталарын иҫке номерҙан һүндерергә кәрәклеге тураһында иҫкәртә.





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға