12.10.2019 Юл фажиғәләре - 11 октябрь
11 октябрҙә республикала 12 автомобиль аварияһы теркәлгән. Дүрт (!) кеше һәләк булған, ун кеше йәрәхәттәр алған.
Таңда Октябрьский ҡалаһының Кооператив урамында ХМАО-нан килгән 58 йәшлек ир "Daewoo Nexia" машинаһында бетон бағанаға барып бәрелгән. Бәрелешеү бик көслө булған, ир алған йәрәхәттәрҙән шунда йән биргән.
Өфө районында "Daewoo Matiz" менән "Hyundai Sonata"ның бәрелешеүе һөҙөмтәһендә "Daewoo"-ның 65 йәшлек водителе һәләк булыуы хаҡында яҙғайныҡ. Камеранан күренеүенсә, ул юл ҡағиҙәләрен боҙоп, ярамаған ерҙә "обгон"ға сыҡҡан булған. Шул сәбәпле ул ҡаршы килгән машина водителенең дә ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйған - 46 йәшлек ир ауыр йәрәхәттәр алған.
Төштән һуң Нефтекамск ҡалаһының Еңеү урамында 23 йәшлек егет "ГАЗ" йөк машинаһында артҡа биргән ыңғайы 91 йәшлек әбейҙе төрттөргән. Әбекәйҙе дауаханаға килтергәндәр ҙә бит, тик бер аҙҙан ул йән биргән. Ҡуҙғалырға торған машинаның үтеп киткәнен көтөргә кәрәк, айырыуса ул артҡа биргәндә: көҙгөләр аша күренмәгән "һуҡыр" зоналар барлығын һәр саҡ иҫегеҙҙә тотоғоҙ, йәмәғәт.
Кискә ҡарай Стәрлетамаҡ районында, Өфө-Ырымбур автоюлының 102-се саҡрымында, Мәләүез районынан 32 йәшлек ир "Chevrolet Aveo"-ла Ырымбур яғына китеп барышлай 55 йәшлек Ауырғазы кешеһен төрттөргән. Ир "Тиҙ ярҙам" килгәнгә тиклем вафат булған. Ирҙең юлды ярамаған ерҙән үтеп барғаны билдәле. Кейемендә яҡтылыҡ сағылдырыусы элементтар булмаған... Шул ғүмерен һаҡлар ине.
Тәүлек эсендә 2700 юл ҡағиҙәләрен боҙоу теркәлеп, эскән килеш рулгә ултырған 60 водитель тотолған.