«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Психологтар ярҙам күрһәтә



12.10.2019 Психологтар ярҙам күрһәтә

Башҡортостан Республикаһында Ғаилә йылы айҡанлы барған саралар күп. Шуларҙың береһе - телефон аша ата-әсәләргә психологик ярҙам күрһәтеү.

8-800-347-5000 номерына шылтыратһағыҙ (бушлай!), линиялағы психологтар балалар менән аралашыуҙа тыуған аңлашылмаусанлыҡтарҙы, шәхес-ара, ғаилә конфликттарын сисергә ярҙам итәсәк, балаларҙы тәрбиәләүҙә һорауҙарға яуап бирәсәк.

Бөтә проблемаларҙы ла хәл итергә мөмкин, шуны онотмағыҙ, дуҫтар!





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға