12.10.2019 Гөлназ Ишемғолованан сыр эшләү ысулы
1 литр һөттө ҡайнатырға ҡуябыҙ. Ул арала 3 йомортҡаны туғыйбыҙ ҙа 200 гр. магазин ҡаймағын ҡушабыҙ. Әйткәндәй, ҡаймаҡ ҡуйы булһын, 20% яҡшы, ә бына ауыл ҡаймағы менән эшләп ҡарағаным юҡ.
Һөт ҡайнап сыҡҡас, йомортҡалы ҡаймаҡты өҫтәйбеҙ ҙә, бер ҡалаҡ тоҙ һалабыҙ. Эргәһенән китмәй генә болғап тороғоҙ, йәме. Һөттөң кәстрүлдән ҡаса торған шаян холҡо бар.
Бына ҡаймаҡлы-йомортҡалы һөт йәнә ҡайнап сыҡты, хәҙер утын яй ғына итәбеҙ һәм теүәл 7 минуттан, эремсеге айырылып сығыу менән һүндерәбеҙ.
Тағын 7 минут көтәбеҙ ҙә, ваҡ итеп туралған йәшел тәмләткес үләндәр, әгәр булһа паприка йә әҙ генә ҡыҙыл борос ҡушып бутап, 10 минутҡа тыныслыҡта ҡалдырырға кәрәк.
Шунан инде һарҡытырға һәм килеп сыҡҡан сырҙы һауытҡа һалып берәй ауыр нәмә менән баҫтырырға ҡалды.
Мин башта дуршлагҡа йәтеш кенә сепрәк салфетка һалып һарҡыттым да, аҙаҡ сепрәген алып дуршлагтағы сырҙың өҫтөнә бәләкәй тәрилкә, уның өҫтөнә ҡайнатмалы банка ҡуйып баҫтырып ҡуйҙым. Иртән бына ошондай тәмле сыр менән сәй эстек!
Әҙерәк Адыгей сырына ла оҡшаған. Ҡыяр менән помидор салатына ла ҡушып ебәрергә бына тигән! Ниңә минутлап һанайһың тимәгеҙ инде, әйтә алмайым, шулай өйрәнгәнмен.
Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын, дуҫтарым!