«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Сүп-сар өсөн интернетта түләгеҙ



12.10.2019 Сүп-сар өсөн интернетта түләгеҙ

Сүп-сар өсөн интернетта түләгеҙБашҡортостандың көньяҡ, көньяҡ-көнсығышында йәшәүселәр иғтибарына!

Сүп-сар сығарыусы "Эко-Сити" операторы түләүҙәрҙе интернет аша ҡабул итә башланы. Бының өсөн ул Һаҡлыҡ банкы менән килешеү төҙөгән.

Аҡса түләү өсөн:
- сайтҡа үтеп, шәхси иҫәп (лицевой счет, ҡағыҙ квитанцияла яҙылырға тейеш) менән шәхси кабинетҡа инергә;
- бурысты ҡарарға;
- банк картаһы һандарын яҙырға һәм түләргә. Visa, MasterCard һәм Мир ҡабул ителә;
- яуапҡа электрон чек киләсәк.

Интернет аша түләгәндә банк комиссияһы алынмай. Кабинетта күсерелгән аҡса суммаһын ҡарарға, перерасчет яһатырға, квитанциялағы хатаны төҙәтергә лә мөмкин.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com
Источник: ИА "Башинформ"


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға