«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бөгөнгө көн байрамдарға тулы!



11.10.2019 Бөгөнгө көн байрамдарға тулы!

Бөгөн, әйткәндәй, Халыҡ-ара ҡыҙҙар көнө лә ул.

Ҡыҙҙарҙы ҡотлап, именлектә, ҡыуаныста сәләмәт үҫһендәр, тип теләйбеҙ!

Бынан тыш Бөтә донъя йомортҡа көнө лә бит әле ул.

Һәм һимереүгә ҡаршы көрәш көнө лә.

Һимереү беҙҙең милләткә артыҡ янамай, тип уйлайым, сөнки фастфуд ашап бармайбыҙ, күп хәрәкәт итергә тырышабыҙ: бейергә, уҡ атырға, бесән сабырға, утын ярырға, ҡош-ҡорт ҡарарға, мал баҫтырырға яратабыҙ. Яратмаған хәлдә лә, барыбер иртәнән кискәсә эш менән булышып сабабыҙ. Ашаған ғына ризығыбыҙ көнөндә сарыфланып бөтөп тора, ҡайҙан май йыйыу, ти ул! Бер грамм артыҡ майыбыҙ юҡ, булғанына иһә шөкөр итәбеҙ - тоторлоҡ ер булырға тейеш тәһә!





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға