11.10.2019 "КамАЗ" "самосвалы"ның Башҡортостанда эшләнгәнен беләгеҙме?
1977 йылдың 11 октябре. Тап ошо көндө Башҡорт АССР-ының Нефтекама ҡалаһында үҙбушатҡыстар заводы эшләй башлаған.
Яр Саллынан шасси килтерелгән, бында уға күтәреү механизмы һәм кузов ҡуйғандар - шулай итеп барыбыҙға ла таныш "КамАЗ-5511" үҙбушатҡысы йыйылған.
Машинаның конструкцияһын эшләүҙә КамАЗ белгестәренә Мәскәү өлкәһендәге Мытищи машиналар төҙөү заводы ярҙам иткән.
Үҙбушатҡыс өс күсәрле, икәүһе приводлы, уға 10 тонна ҡойолмалы төҙөлөш һәм сәнәғәт йөктәре тейәп булған.