«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Сығанаҡтарға ҡайтыу"



11.10.2019 "Сығанаҡтарға ҡайтыу"

"Ейәнсура таңдары" ("ЗИАНЧУРИНСКИЕ ЗОРИ") гәзите хәбәр итеүенсә, 11 октябрҙә район мәҙәниәт йортонда Һамар телевидениеһы «Сығанаҡтарға ҡайтыу" аудиовизуаль энциклопедия» проекты сиктәрендә «Йырау» халыҡ фольклор ансамблен, халыҡ музыка ҡоралдары йыйылма ансамблен, гармунсылар ансамблен, "Үҫәргән егеттәре" халыҡ вокаль ансамблен төшөргән.

Был проект Рәсәй Федерацияһы президенты грантына башҡарыла.

Проектҡа ярашлы Волга буйы федераль округындағы һәр 14 төбәк буйынса фильмдар әҙерләнәсәк.

Проекттың ойоштороусылары Лилиә Вәлиева менән Александр Каракульконың фекеренсә, Ейәнсура районының мәҙәниәт йорто коллективтары республикабыҙҙы лайыҡлы күрһәткән.

Фильмдарҙы төбәк телеканалдары һәм «Жар-птица» каналы буйынса ҡарарға мөмкин буласаҡ.





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға