«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Енәйәтселәр йоҡламай



10.10.2019 Енәйәтселәр йоҡламай

Йоҡларға яттығыҙмы, иптәштәр? Ә енәйәтселәр йоҡламай... Улар көнө-төнө һеҙҙең аҡсағыҙҙы урлау тураһында мәкер-хәйлә ҡора.

Кисәге, мәҫәлән, Салауат ҡалаһында йәшәүсе 68 йәшлек ир гараж боксын һатырға уйлап, улынан ярҙам һорай. Атаһының һүҙен тыңлап, улы 130 мең һумға гараж боксын һатыу тураһындағы иғланды сайтҡа ҡуя.

Бер аҙҙан ир кеше шылтырата һәм һатыусының ышанысын яулап алып (ух, ул муттар психология фәнен ятып уҡый, ахыры!), миңә 9 мең һум күсер ҙә, мин ул аҡсаны гараж өсөн хаҡ менән бергә кире ҡайтарырмын, тип гараж хужаһын ышандыра. Һатыусы банкоматҡа барып, "диктовка" аҫтында иҫәбендәге аҡсаһын алып, сит кешенең иҫәбенә күсерә.

Пенсионерҙың аҡсаһы кемдең кеҫәһенә инеп ятҡандыр инде, быны тәфтишселәр асыҡлай.


Ә 23 йәшлек ҡыҙ, йәшәргә фатир эҙләп, популяр социаль селтәр аша күсмәй торған милек баҙары тәҡдимдәре төркөмөндә ҡуртымға фатир тәҡдим иткән кешегә яҙған. Яуапҡа фатирҙың фотоларын һалғандар һәм 3 мең һум аванс күсереүен һорағандар, йәнәһе лә, күсермәһә, унан башҡа ла фатирға дәғүә итеүселәр бар. Ҡыҙыҡай аҡсаны күсергәндән һуң теге бәндә бәйләнеште өҙгән.

Мәктәптә уҡытыусы булып эшләгән 67 йәшлек ҡатынға иһә социаль селтәрҙән элекке танышы яҙған. Аралашыу барышында танышы уҡытыусыға өҫтәмә аҡса эшләү форсаты бар, тик бының өсөн банк картаһының бөтөн булған номерҙарын һәм телефонға смс-аша килгән кодтарҙы документҡа яҙыр кәрәк, тип ышандырған. Уҡытыусы уйлап та тормай (эштән йонсоп ҡына ҡайтҡан булғандыр инде), мәғлүмәттәрҙе "әхирәтенә" яҙып ебәргән. Иҫәбенән 35 мең һум аҡсаһы юғалғас ҡына, элекке танышы менән түгел, ә енәйәтсе менән аралашҡанын аңлаған. Танышының сәхифәһенең (страница) клонын эшләгәндәр икән яуыздар.

Был хәлдәргә юл ҡуймаҫҡа ла мөмкин ине бит, ти Салауат ҡалаһы буйынса РФ Эске эштәр министрлығы бүлеге хеҙмәткәре Ильмира Хәйбуллина: "Һаҡ, иғтибарлы булырға кәрәк! Үҙегеҙҙе алдарға ирек бирмәгеҙ! Үҙегеҙҙе, яҡындарығыҙҙы һәм шәхси мөлкәтегеҙҙе һаҡлағыҙ!"





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға