10.10.2019 600 мең һум түләү алыусыларҙың исемлеге киңәйтелә
Әлеге ваҡытта һигеҙ һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ғаиләләр дәүләттән 600 мең һум күләмендә бер мәртәбә бирелә торған түләү ала. Балаларҙың йәше 18-ҙән артмаған булырға тейеш.
Был социаль ярҙамды алырға хоҡуҡлы күп балалы ғаиләләр исемлеге киңәйтелә. Йәш сикләүе 18-ҙән 23-кә тиклем оҙайтыла. БР Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтай депутаттары киләһе пленар ултырышта «Башҡортостанда күп балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамы тураһында»ғы республика законына төҙәтмәләр ҡабул итәсәк.