«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Балаң тәмәке тартҡан өсөн штраф түләргә тура килмәһен



10.10.2019 Балаң тәмәке тартҡан өсөн штраф түләргә тура килмәһен

Балаһы тәртипһеҙ булһа, ата - әсәһенә көс төшә.

РФ Хөкүмәтендә бәлиғ булмаған балалары тәмәке тартҡан өсөн ата-әсәләргә штраф һалыу тураһында закон проекты әҙерләйҙәр. Уны РФ Эске эштәр министрлығы тәҡдим иткән. Штрафтың күләме аныҡ ҡына билдәләнмәгән.

Ошоға тиклем мәктәп йәшендәге ул - ҡыҙҙары тәмәке тартҡан өсөн ата-әсәләргә яза биреүҙе күҙ уңында тотҡан закон проекттары бер нисә тапҡыр Дәүләт Думаһына ҡарауға индерелһә лә, хөкүмәттә хуплау тапмағайны.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға