«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ни өсөн документтарҙы һыҙырылмай торған пленка менән тышларға ярамай?



10.10.2019 Ни өсөн документтарҙы һыҙырылмай торған пленка менән тышларға ярамай?


Документтар йөрөтә - йөрөтә торғас, таушалып, бысранып бөтә. Шуға ла күптәр улар бөкләнмәһен һәм бысранмаһын өсөн ламинатор аша пленка йәбештереүҙе (ламинирование) хуп күрә. Әммә был документты боҙоу иҫәпләнә. Гражданлыҡ хәле акттары : тыуыу, үлем тураһында тураһында таныҡлыҡ, никах таныҡлығы, уллыҡҡа алыу тураһында таныҡлыҡты тышларға ярамай. Беренсенән, документтың оригинал булыуын белеп булмай. Ҡағыҙҙың, мисәттең төҫө үҙгәрә. Нотариустар өҫтәмә экспертиза эшләтеүгә ебәреүҙәре ихтимал.
Икенсенән, документта билдә ҡуйып булмаясаҡ. Мәҫәлән, сит илгә йәшәргә киткәндә, баланың тыуыу тураһындағы таныҡлығына гражданлығы тураһында штамп ҡуйыла.
Өсөнсөнән, таныҡлыҡтарҙың күсермәләрен эшләгәндә уның сифаты үҙгәрә.
ОМС полисына ла пленка йәбештермәгеҙ.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға