«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Кем “бп” ашарға ярата?



10.10.2019 Кем “бп” ашарға ярата?

"Бп" тип кенә йөрөтә уны күптәр. Бигерәк тә сәйәхәтселәр, баҡсасылар, студенттар, офис хеҙмәткәрҙәре оҙон туҡмастарҙы һөрпөлдәтеп ҡабып ҡуйырға ярата. Уңайлы бит - эҫе һыу ҡойҙоң, 5 минут көттөң һәм әҙер!

Рәсәй сифат системаһы автономлы коммерция булмаған ойошма үҙебеҙҙә һәм сит илдәрҙә етештерелгән тиҙ бешә торған туҡмастарҙың сифатын тикшергән.

Уларҙың күбеһендә пестицидтар һәм токсиндар табылған.
Һатып алыусылар, бындай аҙыҡта натрий глутаматы күп, тигән фекерҙә. Баҡһаң, был матдә күп түгел икән. Етештереүселәрҙең барыһы ла тиерлек тоҙҙо артыҡ һала, тигән фекерҙә белгестәр. Ә натрий бензоаты, калий сорбаты, шәкәр колеры , Натрий ацетаты һәм диацетаты, лимон, һөт, гәрәбә, һеркә кислоталары, кальций лактаты кеүек химия барлығын һатып алыусылар үҙҙәре лә яҡшы белә.

Ә токсиндар һәм пестицидтарҙың туҡмасты транспортта килтергәндә, һаҡлағанда эләгеүе мөмкин.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға